21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө
Февраль 21, 2022
Просмотров: 37
21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Был сараға Арыҫлан урта мәктәбе уҡыусылары ла актив ҡатнашты.
Бөтә кластарҙа ла класс сәғәттәре,тел көнөнә арналған әнгәмәләр үтте.Шулай уҡ шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе,һүрәт төшөрөү буйынса конкурстар уҙғарылды.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Рәшит ҡыҙы 3-5 кластарҙа викторина үткәрҙе, 4-се класта Рима Салимхан ҡыҙы “Иле барҙың – теле бар” темаһына асык дәрес күрһәтте.