Көн девизы “Башҡорт теле-аҡыл теле.”

Декабрь 9, 2021 Просмотров: 51
Мәктәптә уҡыусыларҙың үҙидара көнө.Был көндө дәрес үткәрер өсөн эш күптән башланды.Дәрестәр,уларҙың темаһы билдәләнде,8 класс уҡыусылары араһынан уҡытыусылар билдәләнде.
2 класс “Ҡабатлау дәресе”.Дәресте Баширова Элина үткәрҙе.
3 класс “Өҙөлгән сәскәләр”.Дәресте Миргалина Вилена үткәрҙе.
4 класс “Рус теленән ингән исемдәрҙә ялғауҙар яҙылышы”.Дәресте Гарипова Алһыу үткәрҙе.
5 класс “Уйла,эҙлә,тап”.Дәресте Ҡотошова Айһылыу үткәрҙе.
Барыһына ла үткәрелгән сара биҡ оҡшаны.Уҡытыусы ролендәге уҡыусылар эштең бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс,ләкин ауыр һәм яуаплы икәнен төшөндөк тип белдерҙеләр.